Сочинение на башкирском языке про родной край

Тыуған илем Башҡортостан!

      Мин донъяның иң йәмле ерендә Башҡортостан Республикаһында тыуғанмын. Республикам тураһында нимәләр әйтеп була һуңНимә әйтһәң  дә, аҙ булыр кеүек. Башҡортостаным минең балға, ҡымыҙға, нефткә, күренекле шәхестәргә бай. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишеваһәм башҡаларбылар барыһы ла республикамдың ғорурлығы.

      Ә тәбиғәте  ниндәй  уның! Ҡуйыҡуйы урмандары, киң болондары, таҙа һыулы шишмәләре, йылғалары, күлдәре…  Апаҡ ҡайынлы урмандары бәшмәккә, тәмле еләккә бай. Унда ниндәй генә хайуандар юҡ: айыу, төлкө, ҡуян һәм башҡаларТуғайҙарҙа сәскәләрҙең тәмле еҫенән баш әйләнә. Бында һәр йыл миҙгеле лә үҙенсә матурБашҡа ерҙә бындай гүзәл тәбиғәт юҡтыр. Был матурлыҡҡа бейеккә менеп ҡараһаң, иҫең китер

     Республикала төрлө милләтле халыҡ йәшәй: башҡорт, татар, рус, удмурт һәм башҡалар. Төрлө милләтле булһа ла, бындағы  халыҡ бер төрлө ҡунаҡсыл.

     Беҙҙең республикала бик күп  бейек өйҙәр төҙөлә, балалар өсөн күп эш эшләнә. Йыл  һайын Башҡортостан үҙгәрә, матурлана, байыйМин үҙемдең тыуған илем менән ғорурланамҮҫкәс, республикамдың уңышлы кешеһе булырмын, тип уйлайым, тыуған илемә тик файҙа ғына килтерергә теләйем.

Тыуған яғым Башҡортостан!

Мин Башҡортостанда йәшәйем. Тыуған яғым күңелемә яҡын һәм мин уны яратам. Минең өләсәй менән олатай Бишбүләк районында йәшәйҙәр. Йәй көндәрендә мин уларҙа ял иттем. Уларҙың ауылы аша Дим йылғаһы аға. Ул бик һалҡын. Ауылыбыҙҙы бик күп тауҙар уратып алған. Тауҙар итәгендә тәмле еләктәр үҫә.Өләсәй менән икәүләп еләккә йөрөптелде   йоторлоҡ  ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйҙыҡ. Олатай беҙҙең бик эшсән, тырыш. Ҙур хужалыҡтарын ҡарарға ярҙам итергә тырышам. Иртән Бөйрәкәйҙе көтөүгә оҙатып ингәс, ҡаҙҙарҙы, тауыҡтарҙы ашатырға  ашығабыҙ. Ысыҡ кибеү менән  баҫыуға төшөп ҡуяндарға йәшел үлән алып  ҡайтабыҙ. Рәхмәттәрен әйтәәйтә һыйланалар  йомшаҡтарым. Мәшәҡәттәр менән ваҡыт үтә лә китә. Төштән һуң ҡыҙҙарҙы эйәртеп һыу инергә барабыҙ, ҡыҙынабыҙ. Кисен өләсәйем миңә йылы һөт бирә, уның ниндәй файҙалы икәнен белмәгән кеше юҡтыр.

Ауылда умарта ла бар. Олатай күстәнәскә һәр йәй йүкә балын биреп ебәрә. Ҡалала  әсәйҙәрем менән сәй эскәндә ауылымды һағынып иҫкә алам.

Минең  Башҡортостаным!

Минең тыуған илем Башҡортостан. Мин бының менән ғорурланам!

Башҡорттар ғәҙел, һәйбәт кешеләр, улар тәбиғәтте, йәнлектәрҙе яраталар. Матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр, мин был телде мәктәптә яратып өйрәнәм.

Ләкин мин аңламайым: ни өсөн минең ҙур матур республикам картала бәләкәй генә нөктә булып күренә?

Әле миңә 9 йәш. Мин ғаиләм менән төрлө ҡалаларҙа, төрлө төбәктәрҙә булырға яратам. Тәбиғәттең матурлығын тойоп йәшәйем. Республикам үҙенең йылғалары, күлдәре, ауылдары, баҡсалары, ҡырҙары, урмандары менән данлана.

Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә Башҡортостан берләштерә. Тыуған төйәгем тәбиғәт тауышы менән йырлай, башҡорт халҡы  үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән, ә мин Башҡортостанымды йырлайым! Тәбиғәтен, ҡурайын, Салауатын

Минең тыуған
төйәгем Башҡортостан. Ул Урал тауы итәгендә урынлашҡан. Бейек тауҙар, киң
далалар,  ҡуйы урмандар менән бай минең ерем. Көмөш һыулы йылға-күлдәрендә
балыҡтары, ҡалын урмандарында йәнлектәре күп уның.Тыуған яғым йылғалары,
күлдәре менән дә үҙенә тартып тора.  Данлыҡлы, күп йырҙарҙа маҡталған,
әкиәттәрҙә һөйләнгән киң Ағиҙел йылғаһы ла минең тыуған яҡтың тәбиғәтен тағын
да йәмләндерә.Ағиҙелкәйҙе ике яҡлап йәшел туғайҙар үҙ ҡуйындарына
һыйындырғандар. Халҡымдың үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә үҙендә сағылдырыусы Ағиҙел
йылғаһы. Һыу буйҙарының матурлығын тел менән һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Ул
гүзәллекте үҙ күҙең менән күрергә, күңелең менән тоя белергә кәрәктер. Тыуған
төйәгем! Уның урман-далаларында бүре, ҡуян, төлкө һәм башҡа бик күп  төрлө
йәнлектәр бар. Йәй көндәрендә урман буйҙары силәк тотҡан ҡыҙҙар менән тулы. Тау
биттәре үҙе бер байлыҡ: бында еләктең ояһы. Урал ғәжәп тауҙар теҙмәһенең
береһе. Ҙурлығын, оҙынлығын тасуирлап: “Үҙе боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо
ҡойона Аралда”, — тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти.

Урал тау итәгенды
зифа буйлы, бөҙрә сәсле ҡайын ҡыҙҙары, төҙ кәүҙәле имән егеттәре шаулап ултыра.

Эйе,
республикабыҙҙың тәбиғәте ожмахҡа тиң. Шулай ҙа минеңсә, уның иң хозур
урындарының береһе – ул Асҡын районында урынлашҡан Яңы Ҡазансы ауылы. Ни өсөн
тиһегеҙме? Сөнки бында минең ғәзиздәрҙән-ғәзиз өләсәйем менән олатайым
йәшәй.Уның саф һауаһын һулап, шифалы шишмәләренең һыуын эсеп йәй һайын тәнемә
һәм йәнемә сихәт алам мин. Алыҫтарҙан данлыҡлы “Танып” шифаханаһында дауаланыр
өсөн күпме кеше юллана ошо яҡҡа. Ә бында йәшәүсе халыҡ ни тиклем бәхетле,
тәбиғәт шифаханаһының үҙәгендә йәшәй улар. Тик уның ҡәҙерен белергә кәрәк.

 Башҡортостандың
төп байлығы – уның күп милләтле тырыш халҡы. Бында быуындан-быуынға милләттәр
дуҫлығы, татыулығы хөкөм һөрә.

Беҙҙең мәктәптә 
лә башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм башҡа милләт балалары  уҡый. Беҙ
бер-беребеҙ менән бик дуҫ . Республикабыҙҙағы данлы шәхестәрҙән үрнәк алып,
уларға оҡшарға тырышып йәшәйбеҙ. Ә өлгө алырҙайҙар бихисап. Үҙебеҙҙең
төньяҡ-көнбайыш төбәген генә алып ҡарағанда ла күпме таланттар, иҫ киткес
данлыҡлы кешеләр сыҡҡан! Минең, мәҫәлән, беҙҙең ҡала менән күршелә генә
урынлашҡан Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе  Кәүсәриә Шафиҡова  кеүек ялҡынлы шиғырҙар,
мауыҡтырғыс хикәйәләр ижад иткем килә. Тос та, үткер ҙә шиғри телдә үҙеңде
борсоған күпме әйберҙе әйтеп бирергә була!

Мин үҙемдең
тыуған еремде бик яратам, шуға ла һәр атҡан таңымды һөйөнөп ҡаршы алам, яңы
тыуған көнгә шатланам, рәхмәт әйтәм, Ватаным сәскә атһын, тип теләктәр теләйем.

Мин ғашиҡмын һиңә,Башҡортостан!

                                                  Башҡортостан-тыуған республикам!

                            Шундай гүзәлһең һин илкәйем.

                            Ниндәй генә төҫкә инһәң дә һин,

                            Яратамын,тыуған еркәйем.

  Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Минең өсөн Тыуған ер – тыуған, торған ил генә түгел, ә йөрәктең түрендә иң ҙур урын алған, аңлатып бөтмәҫлек, һоҡланып туймаҫлыҡ төшөнсә.

   “Картаға ҡарап,еремде:

    -Бер япраҡ саҡлы,- тинем,

     Мин хайранмын киңлегеңә

     Башҡортостаным-илем!” (Мостай Кәрим)

Ысынлап та, картаға ҡараһаҡ, беҙҙең ил бәләкәс кенә булып ятҡан кеүек тә, әммә уның тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы, ә тәбиғәтенә һоҡланып туйғыһыҙ. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын, ҡуйы ағастарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, йылғаларын күреп хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғыңдың һайрар ҡоштары ла, хуш еҫле сәскәләре лә, хатта әреме лә – хозурлыҡтың хозуры. Тыуған илкәйемдең тәбиғәтенең гүзәллеген, нәфислеген һөйләп тә, көйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул.

Тыуған ерем-Башҡортостаным! Күпме тәрән уйҙар, тулҡынландырырлыҡ хистәр уята минең күңелемдә был ҡәҙерле һәм изге һүҙҙәр. Ысынлап та, кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған Иҫке Сибай ауылының Һары шишмәһе һыуын эсеп, урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, гөрләп уйнап үҫкән бала сағым, гонаһһыҙ сабый сағым иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, уңдырышлы ҡара тупраҡ еҫен, хуш еҫле ҡара икмәк тәмен дә һиндә генә генә белдем, гүзәл илем! Ысынлап та, иң яҡшы тойғоларҙы тик һиндә генә тойҙом, ғәзиз илем! Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең киң ялан-баҫыуҙарыңды, мөһабәт тауҙарыңды, болоттарға ашҡан ҡаяларыңды, сылтырап аҡҡан шишмәләреңде мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Сит ерҙә йөрөһәм, хатта ай-йондоҙҙарҙың балҡышы ла икенселәй кеүек тойолор. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы, болондарҙа кешнәп сапҡан йылҡыларың миңә шул ҡәҙәрем яҡын! Мин яратам һине, Башҡортостан!

  “Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

   Гел хәтерҙә,гел генә:

   Донъяла бит ,әсә кеүек,

  Тыуған ер ҙә бер генә.” (Абдулхаҡ Игебаев)

     Башҡортостан! Мин ғорурланам ошо изге ерҙә тыуып, үҫкәнем өсөн. Сикһеҙ бәхетлемен ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран булырлыҡ!

   Башҡортостаным-минең тыуған ерем,

   Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.

   Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә

   Йәшәү-минең барлыҡ теләгем.

Эсәр һыуҙарыбыҙҙы, һулар һауаларыбыҙҙы бысрамаҫҡа, урмандарыбыҙҙы ҡоротмаҫҡа мин вәғәҙә бирәм! Гел генә һине яҡлап, һаҡлап торасаҡмын! Башҡортостан! Һинең гүзәллегеңә тиң булырлыҡ ерҙәр ҙә юҡ. Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән-бер тыуған илем! Мин ғашиҡмын һиңә, бөйөк, гүзәл республикам!

 “Кислородһыҙ йәшәп булмағандай,

   Мин был илһеҙ йәшәй алмайым”(Хәниф Кәрим)

Күсәбаева Гөлфиә

Республика ара инша конкурсы «Пою мою республику»

Тыуған ауылым

Үтәне: Кәйүмова Зарина

3 «а» класс

Нефтекама ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

Уҡытыусы: Мусина Р.Н.

Тыуған ил… Һеҙ уны нисек күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙ? Был, әлбиттә, беҙ тыуған урын, тәүге тапҡыр таныған һәм күргән ер. Башта ул беҙҙең өй, һуңынан урам, ялан, урман… Беҙ уҫәбеҙ, һәм беҙҙең дә ил тураһында белемебеҙ әкренләп арта бара.

Мин иншамды үҙебеҙҙең матур һәм күркәм ауылыбыҙ Ямады тураһында яҙырға булдым. Беҙ ике йыл элек ул ауылдан ғайләбеҙ менән Нефтекама ҡалаһына күсеп килдек. Мин ауылым менән бик ғорурланам. Беҙҙең ауылды тирә- яғын ҡалын урмандар, бейек тауҙар солғап алған. Уларҙың исемдәре үк ауылымды нурлап тора: Гәрәй йылғаһы, ә иң ҙур тауҙар — Йүкәү, Кәли һәм Түңәрәк. Уларҙың һәр береһенең исеме әллә ниндәй сер һаҡлай кеүек миңә.

Ауылымдың уртаһында матур күл ята. Яҙын унда селән, торна килеп тағы ла уны йәмләй.

Йәй көндәрендә беҙ унда һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ.

Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙер был күлдә тырышып — тырмашып ҡондоҙҙар плотиналар ҡора. Улар ҙа беҙҙең ауылды үҙ итәләр буғай.

Болон -ҡырҙарында аллы — гөллө сәскәләр, тос башаҡлы игендәр уҫә.

Урмандары еләк — емешкә, йәнлектәргә, ҡоштарға бай.

Башҡортостандың барлыҡ төбәге лә беҙҙеке кеүек матур. Мин уның гүзәллеген китап -журналдарҙан, дәреслектәрҙән, телевизорҙан ҡарап беләм.

Башҡортостандың хуш еҫле балын, серле ҡурайын бөтә ер шарында беләләр. Уҡытыусыбыҙ һөйләүенсә, күптәр беҙҙең республиканың исемен ишеткәс, «О Салауат иле, Мостай иле» тиҙәр икән.

Минең тыуған яғым ер йөҙөндә иң-иң матуры, мин уны бер ниндәй сит илдәргә лә алмаштырмайым.

Шулай итеп, мин үҙемдең Башҡортостан республикаһы менән бик ғорурланам.

Республика ара инша конкурсы «Пою мою республику»

Тыуған яғым-

Башҡортостан

Үтәне: Ҡәсимова Зөлфиә

4 «д» класс

Нефтекама ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

Уҡытыусы: Мусина Р.Н.

Башҡортостан… Мин был һүҙҙе ишеткәс, минең күҙ алдыма ғорур, бейек тауҙар, киң далалар, тау йылғалары, саф, тоноҡ күлдәр, ҡуйы урмандар баҫа.

«Башҡортостан» һүҙен ишеткәс, башҡорт ерҙәренең матурлығын һөйләгән ҡурай тауышын ишетәм.

Мин үҙемдең тыуған еремде, тыуған республикамды яратам. Һәр бер кешегә үҙенең тыуған ере ҡәҙерле, һәр бер кешегә үҙенең иле иң матур булып тора. Беҙ уны бында тыуған, үҫкән, беренсе тапҡыр эшләнгән аҙымдар, беренсе тапҡыр «әсәй» һүҙе, беренсе тапҡыр мәктәпкә барған өсөн яратабыҙ.

Беҙҙең бында иң ҡәҙерле кешеләр, туғандар: әсәй, атай, дуҫтарыбыҙ йәшәгән өсөн һөйәбеҙ.

Мин үҙебеҙҙең тыуған илебеҙ менән ғорурланам.

Үҙебеҙҙең башҡорт ерҙәребеҙҙең матурлығы күп кенә башҡорт йырҙарында йырлана, күп кенә билдәле булған рәссамдар эштәрендә төшөрөлгән. Шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарында, йырсылар үҙҙәренең йырҙарында, көйҙәрендә һүрәттәйҙәр.

Үҙебеҙҙең республикабыҙҙа рәхимле, тыныс атмосфераһы өсөн шатмын.

Беҙҙең башҡорт ерҙәрендә сикһеҙ көс, сикһеҙ байлыҡ тупланған. Был башҡорт нефте, алтын, тимер мәғдәне, малахиттар… Был бай үҫемлек һәм малсылыҡ донъяһы, беҙҙең аҫыл, яратҡан башҡорт балы, ҡумыҫы, минерал һыуҙары. Үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙең бөтә байлыҡтарын һанап бөтөрөрлөк түгел, уның таланттары, матурлығы тураһында сикһеҙ һөйләргә була.

Беҙҙең йәш быуын туған телен, тарихын һәм әҙәбиәтен белергә тейеш.

Һәр беребеҙгә лә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың яҙмышы ҡәҙерле.

Минең уйлауымса, беҙҙең республикабыҙ, беҙҙең илебеҙ матур булып йәшәргә тейеш, мин тырышып уҡырға, үҙемдең яҡындарымды, дуҫтарымды яратырға, киләсәге тураһында ҡайғыртырға тейешмен.

Мин бөтә кешеләрҙе лә бындай матур илдә татыу йәшәргә өндәйем.

Башҡортостан – һөйөклө тыуған ерем

Мин, дүртенсе синыф уҡыусыһы — Ғәниева Лилиә, Башҡортостан тигән бик матур ерҙә тыуҙым. Бында тыуып үҫеүемә, йәшәүемә бик шатмын. Сөнки минең республикам бик күркәм, хозур, бай. Ғорур Урал тауҙары, кейеккә бай урмандары, балыҡлы йылғалары, йәшел болондары, саф һауаһы — бөтәһе лә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Тыуған илем һәр йыл миҙгелендә үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ…Ҡышын санала, саңғыла шыуып, саф һауала сыныҡһаң, йәйен һыу инеп, урманда еләк — емеш йыйып таҙалығыңды нығытаһың. Көҙ айҙары бөтә тирә-йүнде алтынға мансып ҡына ҡалмай, муллыҡ, байлыҡ алып килә, тәбиғәтте сихри тынлыҡҡа сорнай. Ә сәскәле яҙҙың хуш еҫенә бөтә тәбиғәт шатланып уяна, йәнләнә.

Ошо матурлыҡты маҡтап бөйөк яҙыусыларыбыҙ күпме әҫәр, шағирҙарыбыҙ ни саҡлы шиғыр ижад иткән!

Мин дә республикам менән ғорурланам. Хәҙерге көндә башымды юғары күтәреп, киләсәктә илемә файҙа килтерерлек кеше булып үҫеү өсөн, тырышып уҡып йөрөйөм. Минең белем алған мәктәбем — ошо ҙур Башҡортостандың кескәй генә өлөшөн алып торған ер — Нуғай ауылында урынлашҡан. Ауылым йылға — урмандарға бай булмаһа ла, минең өсөн ул иң матур, иң ҡәҙерле ер. Нуғайымдың матурлығы, күрке — уның эш һөйгән халҡы, сылтырап аҡҡан шишмәләре, күҙҙең яуын алырҙай мәктәбе. Ошо гүзәллекте мин шиғыр юлдары аша сағылдырғым килә.

Тыуған ауылым.

Бөтә ерҙән матурыраҡ

Тыуған ауылым — Нуғай.

Бәллүр шишмә, ҡалын урман

Хәтфә үләнле туғай.

Ағастағы һәр һандуғас,

Һине данлап йырлайҙыр.

Бала-саға ҡолаҡ һалып,

Ҙурҙар һүҙен тыңлайҙыр.

Ҡәҙерле ауылҡайымдың

Ғүмере булһын оҙон,

Һине маҡтап йырлар өсөн,

Үҫә малай — ҡыҙҙарың!

Киләсәктә лә беҙҙең тыуған еребеҙ һуғыштарһыҙ, бөйөк, матур, бай республика булып сәскә атыр!

метки: Агидель, Башкирский, Тотоп, Урманыба, Ултырыу, Ауылым, Йыйып, Матура

Минең тыуған яғым- Башкортостан.

Минең тыуған яғым -Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы.

Һәркемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә күңел барыбер үҙ тыуған яғыңа тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа да таҙараҡ. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ шулдыр – кем генә Башкортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһында бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бөйөк Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡы таң ҡалдыра. Тыуған яҡ — ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башкортостан.

Эссе йәй көндәрендә урманда ҙур имәндәр һәм төҙ кайындар күләгәһендә, еләҫтә йөрөү иң рәхәтелер. Кайҙалыр яҡында ғына етеҙ шишмә үҙенең моңло йырын йырлап йөгөрә, ул бер ҙә арымай: ҡышын да, йәйен дә, яҙын да, көзөн дә ҡаялыр ашыға ла ашыға. Минем тыуған яғым урмандары төрлө-төрлө еләк-емешкә, бәшмәктәргә, дарыу яһай торған үләндәргә бай. Уларҙы барыһында ҡурыҡмайынса ҡулланырға мөмкин, сөнки улар саф һауада, кеше аяғы баҫмаған ерҙә үҫкәндәр. Был бөтә байлыҡты беҙҙең яҡшы мөнәсәбәтебеҙ генә һаҡлап киләсәк быуындарыбыҙға ла еткерер.

Минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған яҡ ул минең тыуған ауылым Бажан. Тыуған ауылым ҙур түгел, кескәй генә, ул ике ҡалҡыулыҡ аҫтында урынлашҡан. Был ике ҡалҡыулыҡ ҡыш көнө һалҡын елләрҙән һаҡлай беҙҙе, ә йәйен бында ауыл халҡы урман еләге йыйып шау-шыу килә. Кескәй генә тауҙарыбыҙҙы етеҙ йылға уратып алған. Бала-сағаға йөй көнөндә иң ҙур шатлыҡ иртәнән кискә тиклем ошо йылғала ташбаш йәки ҙур булмаған табан балыҡтарын тотоп ултырыу. Йыраҡ түгел генә беҙҙең урманыбыҙ да бар, унда беҙ йәй көндәрендә еләк һәм бәшмәк йыйып ваҡытыбыҙҙы уҙҙырабыҙ. Урал тауҙары беҙҙең тыуған ауылыбыҙҙан йыраҡ урынлашҡан. Минең тыуған яғым – сикһеҙ ҡалҡыулыҡлы дала, ҡайһыбер ерҙә уны зәңгәр һыулы йылғалар кисеп сыға.

Башкортостанда уникаль тәбиғәт һәм мәҙәниәт байлыҡтары бик күп. Бында булған сәйәхәтселәрҙең күңелендә Башкортостанда күргән матурлыҡтар оҙаҡҡа һаҡлана һәм тағын да ошо тылсымлы ергә боролоп кайтаһы килеп торалыр.

Беҙҙең бурысыбыҙ — ошо тәбиғи байлыҡтарҙы, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙе һалыу, тыуған еребеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарау. Шулай булһа ғына бында килеүсе ҡунаҡтарыбыҙ ҙа беҙҙең тыуған яғыбыҙға, тыуған еребеҙгә ихтирам менән ҡарарҙар һәм уға ҙарарлыҡ килтермәҫтәр.

2 стр., 762 слов

По башкирскому языку «Башкортостан»

… рестәре бе ҙҙ е сихри бер доньяға алып кереп китә.Бында бе ҙ тыуған Баш ҡ ортостаныбы ҙҙ ың гүзә … ренекле я ҙ ыусы һәм шағир ҙ ар ижады менән танышабы ҙ .Минең ү ҙ емә бигерәк тә Зәйнәп Биишеваның, Рәми … ндәр бәйгеһендә ҡ атнашыу бәхете тей ҙ е. Мин “Урал батыр” эпосынан 200 юлды яттан һөйләп , ма ҡ … н бүләкләндем. Ошо я ҙ гандарыма нәтижә яһап, мин баш ҡ орт телен өйрәнеүгә ҡ арата ү ҙ фекеремде …

Мой родной край- Башкорстан.  Башкирский язык исторически входит в северозападную (кыпчакскую) группу тюркской семьи наряду с татарским, казахским, киргизским, каракалпакским, ногайским, балкарским, карачаевским, кумыкским, караимским и отчасти крымско-татарским. Имеет ряд специфических особенностей в фонетике (особенно по линии согласных) и лексике, принадлежит к числу социально развитых языков: это инструмент школьного и частично гуманитарного вузовского обучения, орудие активного литературного процесса и реализации газетно-журнальной продукции, средство библиотечного и книготоргового обслуживания, язык радио- и телепередач, политических кампаний и методов художественно-культурного воспитания. Следовательно, общественный диапазон башкирского языка должен быть признан достаточно широким и престижным. Классификация башкирских диалектов и говоров окончательно не установлена: традиционно насчитывается два диалекта-южный (юрматынский) и восточный (куваканский); ныне к ним отдельные диалектологи присоединяют на правах переходной группы говоров и третий, западный. Самоназвание б а ш к о р т разными специалистами интерпретируется на базе тюркских, монгольских, иранских и уральских языков. Автор настоящего очерка, со своей стороны, выдвинул версию о происхождении этнонима из тюркского башка «другой, особый» и алтайского орд (а) / у рта «войско, лагерь, ханская ставка; центр, средоточие» в общем значении «отдельное войско, особое племя» — поскольку предки башкир шли на Урал действительно собственным путем, контактируя с северными соседями и развив поэтому в своем языке и культуре много своеобычных черт. Сегодня в России по итогам переписи населения 2002 года на башкирском языке говорит свыше одного миллиона 379 тыс. человек. 

  • Комментариев (0)

Понравилась статья? Поделить с друзьями:

Новое и интересное на сайте:

  • Сочинение на даргинском языке дила хъалибарг
  • Сочинение на башкирском языке про лошадь
  • Сочинение на горке носов
  • Сочинение на башкирском языке про лето
  • Сочинение на вольную тему 5 класс

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии